Мин яратҡан өс хәреф - страница 19

Шрифт
Интервал


Ишек берҙе көслө итеп эткәндән һуң асылды. Ҡолаған таяҡ тауышы ишетелде. Дим был хәлдең асылына төшөнмәне. Ул нисек булһа ла үҙен шымыраҡ тоторға тырышты. Тышта әкрен генә ел иҫә. Был саф еҫ егеткә көс өҫтәне. Күктә болоттар артынан тоноҡ ай яҡтыһы күренә. Төҙөлөштәге кран туҡтаған. Прожекторҙар ҙа яҡтыртмай. Өфө йоҡлай.

Тамараның ишеге, әлбиттә, бикле булып сыҡты. Ул көндөҙ ҙә йоҙаҡланып ултыра. Төнөн асыу ҡайҙа? Дим әбей өйөн тирә-яҡлап урап сыҡты. Был йорт та күптән ремонт күрмәгән. Бүрәнәләр араһындағы мүк елгә осоп бөткән, ҡайһы бер урында ярыҡ аша өй эсен дә күрергә була. Бахыр әбей бында нисек өшөмәйҙер?

Димдең ҡарашы тәҙрәгә төбәлде. Боронғо ауыл тәҙрәһе был. Ике рама һәм уға ҡатып ҡуйылған сөйҙә нығытылған быяла. Тырышһаң, бөгөлгән сөйҙө урынынан шылдырып быяланы алырға була. Димдең шулай ауылда тәҙрә ысҡындырғандарын күргәне бар ине.

Ерҙә ятҡан таш осо менән красканы сыйып бөтөргәндән һуң ул булған көсө менән сөйгә баҫты. Әһә, беренсеһе булды. Тағы бер-нисәү һәм быяланы алып була.

Дим мөмкин тиклем шым быяланы алып нигеҙгә терәтеп ҡуйҙы. Әле сатлама һыуыҡтар етмәгән, шуға ла тәҙрә бер ҡат ғына. Бәлки, әбейҙә бөтөнләй икенсе ҡат тәҙрә юҡтыр.

Бер аҙ маташҡандан һуң Дим өй эсенә инә алды. Телефонындағы фонаригын ҡабыҙып уның утын бармағы менән ҡапланы һәм кескәй генә ярсыҡ ҡалдырып тирә-яғын ҡараштырҙы. Иң мөһиме – әбей ятҡан бүлмәгә юлыҡмаҫҡа.

Танауға ҡартлыҡ еҫе бәрелде. Аяҡ аҫтында кипкән үлән ҡыштырҙай. Фонарик нуры стена буйлап үрмәләп ундағы рама эсендәге фотоһүрәткә юлыҡты. Ә фотола Тамара һәм… Саша. Уның янында тағы бер фото. Быныһында өс кеше: йәшерәк Тамара, уның йәшендәге ир һәм үҫмер Александр. Нимә-нимә, ә был егеттең йөҙөн меңдәр араһынан да танырһың. Башҡа шикләнеүҙәр ҡалманы. Саша – Тамараның улы.

Ҡапыл эргәлә генә ниндәйҙер ыңғырашыу ишетелде. Дим ипләп кенә телефонын тауыш яғына борҙо. Фонарик яҡтыһы иҙәндә ятҡан ҡыҙ һынын ялманы. Ул яланаяҡ һәм еңел йәйге күлдәк кейгән. Уң ҡулында наручник, икенсе осо батареяға эләктерелгән. Дим был кешелә күңеленә яҡын Гөлөн таныны.

Егет эргәһенә сүкәйеп ипләп кенә башынан һыйпаны. Ҡыҙ тертелдәп уянды.

– Ҡурҡма, был мин – Дим, – тип шыбырланы егет һәм фонарик менән үҙенең битенә яҡтыртып күрһәтте.

– Дим, – көсһөҙ генә ысҡынды исем.

– Мин һине ҡотҡарырға килдем. Хәҙер асҡыс табам! – Димдең тауышы нығыраҡ яңғыраны.