“Урал батыр” ҡобайырында тәбиғәт - страница 9

Шрифт
Интервал


– тиҙлеге бик ҙур һыу ағымы һауаға ышҡылыу сәбәпле ғәйәт юғары электр көсөргәнеше(миллиондарса вольт) тыуҙырырға тейеш булған;

– ҡалынлығы йөҙҙәрсә метр3, ә киңлеге 136 км-ҙан артыҡ4 бик һалҡын һыу ағымы беҙҙең тирәләге сағыштырмаса йылы һауа менән осрашҡанда(әгәр һыу баҫыу йәй көнө булһа), йәки ҡышҡы һыуыҡ һауа менән осрашҡанда ла(ташҡын һыуҙың температураһы нулдән саҡ ҡына юғарыраҡ булырға тейеш тип һанай алабыҙ), әлеге заманда “йәшенле фронт” тип атап йөрөтөлгән тәбиғәт күренешенә оҡшаған шарттар барлыҡҡа килгән. Тик ҡобайырҙағы “йәшенле фронт”, ҡәҙимге шарттарҙағы кеүек, йылы һауа менән һалҡын һауа ағымы ыңғайына күсеп китмәгән, ә гел генә бер урында, шул океандан килгән ташҡын һыу ағымы өҫтөндә торған. Уның ҡалын болоттары араһында уйнаған көслө йәшен уттары,

ниндәйҙер сәбәптәр менән, тере ҡалған боронғо бабаларыбыҙға “ҡып – ҡыҙыл ялҡынлы ут” булып күренеүенә шикләнмәҫкә мөмкин. Йәшенле болоттар менән тулған һауала, бөтә ара – тирәне ҡаплаған һыуҙа “күктә ҡош – ҡорт осалмай, ерҙә бер йән таралмай”, тип раҫлау – арттырып һөйләү түгелдер.

4.Халыҡтың һыуҙан ҡотолоп, йәшәргә яраҡлы ерҙәргә сыҡҡаны. Һыу баҫыуҙың дауам итеү ваҡыты. Һыу ағыҙып алып киткән халыҡтың Уралды эҙләп тапҡаны

“Урал батыр”ҙағы һыу баҫыу ваҡиғаларын уйлап сығарып һөйләү мөмкин түгеллеге – бәхәсһеҙ. Шуға күрә, ул ваҡиғаларҙың шәһиттәре нисек тере ҡала алдылар икән, тигән мәсьәлә хәл иткес дәрәжәлә мөһим Оло һәләкәттән алдараҡ, Әзрәкә дейеүҙәрен эшкә ҡушмаҫтан элек, Шүлгән туфан һыуын күтәртеп “халыҡты ҡырырға маташҡан”, ләкин уның бөрккән һыуы ҡороған(2-се бүлек, [4]). Был осраҡ Урал тауҙарының ара – тирәһендәге сөсө(тоҙһоҙ) һыулы диңгеҙҙең кимәле ниндәйҙер сәбәп менән ныҡ ҡына күтәрелеп, тағы ла түбәнәйеүенә ишара булыуы ихтимал, тип уйларға нигеҙ бар, сөнки ул, бик киң булһа ла, һай диңгеҙҙең тәрәнлеге төрлө сәбәптәр менән, мәҫәлән, яуым – төшөм миҡдары үҙгәреүе, оҙаҡ иҫкән көслө елдәр, һыуҙың Донъя океанына ағып төшөү юлдары киңәйеүе – тарайыуы һ.б. арҡаһында йыш ҡына ныҡ үҙгәреп торған, тип фаразлана[2]. Был беҙҙең фекерҙең төп таянысы шул: Шүлгән һыу бөрккәндә уға дейеүҙәр ярҙамы тураһында һүҙ юҡ, шуға күрә тәүге һыу баҫыуы дейеүҙәрһеҙ, йәғни сөсө һыу ваҡиғаһы булған, тип ҡарай алабыҙ. Утрау шарттарында йәшәгән, ошо бәләкәйерәк һыу баҫыуҙарға даими тарып көн иткән Урал халҡы ҡапыл баҫҡан һыу һәләкәтендә ҡотолоу ысулдарына эйә булған, тип уйлайбыҙ. Был, әлбиттә, бик дөйөм яуап. Ҡотолоуҙың конкрет сараларына бәйле һүҙ түбәндә буласаҡ. Шуларҙың береһе тураһында ҡобайырҙа: