Католиктар үҙәге Ватикан булһа, Рәсәй мосолмандары үҙәге булған Өфө үҙ эсенә 1700 Ватиканды һыйҙыра, әммә шул уҡ ваҡытта ун ике йыл буйына бер мәсетте төҙөп бөтөрә алмай. Был ҡаланы кәмһетеү түгел, саҡрымдарға һуҙылған тығындары ла, ямғырҙан һуңғы бәшмәк кеүек үҫкән рэперҙары ла Өфөнөң ҡабатланмаҫ йөҙөн булдыра. Ул йөҙҙө һәр кем үҙенсә күрер. Кәйефеңә ҡарап баш ҡала урамдарында Һомайғошто ла, шүрәлене лә осратырһың. Берәүҙәр Өфөнө тиң күрмәй ситкә күсә, икенселәре бында илһам ҡанаттарында осоп килеп һуңғы төйәген таба. Тау башында балҡыған бер ҡала шул тауҙан тәгәрәтеп төшөрөп йәрәхәтләүе лә, Салауаттың атына ултыртып иркәләтеүе лә ихтимал. Миллиондан ашыу кеше йәшәгән ер бер-береһен ғүмерҙә осратмаясаҡ егет һәм ҡыҙҙарҙы бер подъезда йәшәтә ала…
Эйе, Өфө – тарих һаҡсыһы. Миллионлаған яҙмыш тарихы, ҡыуанысы, ҡайғыһы бында аяҡ аҫтында ятҡан ташта, стена булып ҡатҡан ташта, ҡәбер өҫтөн баҫҡан ташта яҙылған. Мин Өфөгә ғашиҡ. Һеҙ ҙә уны яратырһығыҙ тип ышанам.
***
Дим трамвай рельстары буйлап атлап ҡуртымға йәшәгән йорт ҡапҡаһына барып төртөлдө. Ҡойоп үткән ямғырҙан һуңғы ағас өй ҡарайып, тағы ла ҡотһоҙораҡ ҡиәфәткә ингән. Ҡыйыҡ булып хеҙмәт иткән тутыҡҡан ҡалай түшәме елгә бөгөлөп ҡунағын сәләмләп ҡуйҙы. Си Цзиньпин урамында йәшәүе еңелдән түгел. Ҡапҡа артынан ғына бында таңдан алып трамвай йөрөй, ул үткән саҡта люстра ғына түгел, иҙән таҡталары ла ритайымға төшә. Етмәһә, Өфө тауҙарҙа нигеҙләнгән, биллаһи бында метро түгел, фуникулерҙар төҙөү отошлораҡ.
Урамдың нисек урынлашыуына ҡарап автомобиль менән дә йортоң алдына килеп етә алмаҫһың. Үҙ торошо менән Си Цзиньпин урамы бөлгөнлөккә төшкән ауылды хәтерләтә. Совет осоронда уны перспективаһыҙ тип атарҙар ине. Тау битләүендә теҙелгән шәхси йорттар ҡаршылағы уба башында үҫкән күп фатирлы яңы йорттар менән күҙгә-күҙ ҡарашып ултыра. Икеһе лә бер-береһен күрмәҫкә тырыша, әммә Димгә ул ҡәҙерле, сөнки төнгө йондоҙҙарҙы шул йорттағы фатирҙарҙың уты алыштырған.
Фәлән ауылдағы кеүек үк Си Цзиньпин тотҡондарының да үҙ иҫтәлекле урыны бар. Тик был ерҙе туристарға күрһәтмәҫһең, урындағылар үҙҙәре лә уны оноторға һәм күрмәҫкә тырыша, әммә баҡса артында киңәйеп ятҡан бысраҡ күлгә иғтибар итмәй булмай. Күл матур һүҙ, әммә уға артыҡ хәрефтәр өҫтәлеү менән күләүеккә әйләнеүен онотмаҫҡа кәрәк.