Бернисә йыл элек күп ҡатлы йорттар менән бергә ҡалҡа башлаған йырындағы бысраҡ һыу, бөгөн шәхси милекселәр һәм төҙөлөш компанияһы араһында ҡупҡан низағ сәбәпсеһе. Күлгә аҡҡоштар эйәләһә бер хәл, унда баҡалар йәшәүе күңелде ҡыра. Ауылдағылар (шәхси йортта йәшәүселәрҙе шулай атарға булдым) компания хужаһының кәрәгенә бирергә шат булыр ине лә, замдар артына йәшенгән эшҡыуарҙы ҡайҙан табырһың? Эшҡыуар ҙа был йорттарҙы емереп үҙенекен төҙөр ине, халыҡ аҡсаһын күп һорай, кеме бөтөнләй күсергә риза түгел. Бына шулай: берәүҙәре сереп барған йорттарына, икенселәре һимерә барған кеҫәһенә йәбешеп йәшәй бирә.
Дим тупһаһын шығырлатып йортона инде. Өй эсендә тыштағы кеүек үк ҡурҡыныс күренеш түгел. Ни бары кухня һәм бер бүлмәнән ғибәрәт торлаҡ, бай өләсәй көнкүрешен хәтерләтә. Бында сылтыр шишмә моңон һаҡлаған гәлсәр сервис төпләнгән сервант та, тышлыҡты тишеп сыҡҡан пружиналар буйынса кешенең нисек ултырыуын билдәләп булған ҡәнәфи ҙә, калейдоскоп һүрәтен мәңгеләштергән келәм дә бар. Гипстан яһалған Ленин бюсы ғына етмәй, ҡалғанында Дим өлгөлө пионер. Һәм һәр намыҫлы пионер кеүек ул иртәһен физик күнегеүҙәр эшләп, ә кистәрен киләһе көнгә тамаҡ бешереп үткәрә. Башҡаларға оҡшамаған бер генә йолаһы бар. Көн һайын киске ун бер тулғас ул өйөнөң утын өс тапҡыр һүндереп, кире тоҡандыра. Аҙаҡ йырын аша ҡаршылағы убала урынлашҡан күп ҡатлы йорттоң дүртенсе ҡатындағы бер тәҙрәнән ошондай уҡ яуап килә. Гөлдөң яуабы. Шул уҡ Гөл фекеренсә, Дим менән улар иң яҡшы дуҫтар. Рәйес Түләктә нисек әле: “Ике дуҫтың береһе ҡол була?” Был осраҡта Дим Гөл һипкән нур ҡоло. Көнө-төнө шул нурҙа наҙланып йәшәр ине лә, һәр яҡшы егет кеүек үк ул мәңге дуҫ ҡорона ингән әҙәм.
Гөл менән дуҫлыҡ Димгә файҙаға ғына. Йыш осраҡта ҡыҙ трамвай туҡталышына сыҡҡан саҡта Димдең тәҙрәһенә шаҡып уны уятып ҡуя. Уянмай ни!? Аҙна үтеү менән теләһә ниндәй будильник тауышына өйрәнеп була, ә күңелгә хуш ҡыҙҙың туҡылдатыуын нисек йоҡлап ҡалмаҡ кәрәк? Ҡайһы саҡ Дим үҙе иртәрәк тороп туҡталышҡа барған Гөлгә тәҙрә аша сәй яһап бирә. Ярым шаяртыуҙарға ҡоролған әңгәмәнән тыш, иртән кәйеф булдырырға башҡа бер ни кәрәкмәй ҙә.
Был кистә лә Дим ун бер тулыу менән ут менән шаярып алды, тик өсөнсөгә лампочканы тоҡандырыу менән ул үҙе кире һүнергә ашыҡты. Түбәлә үҫкән “грушаның” нәҙек ҡылы бындай ҡыҙыу егеттең ялҡынлы сәләменә түҙмәне. Өҙөлдө. Теге ярҙан яуап килгәс тә, Дим ут йүнәтергә тотондо. Лампочка соландағы тумба тартмаһының береһендә бар шикелле…