Димгә лә ҡайһы берҙә университетҡа барып күренеү ҡамасауламаҫ ине. Ул бит магистратураға хәрби хеҙмәткә бармаҫ өсөн инде, ә бындай мөнәсәбәт менән ул тиҙ ҡыуылып туфлиһын берцыға алыштырыр. Бында ла уны бер ни тотмай кеүек, көнө буйы аяғүрә тороп һирәк ингән килентҡа теге, йәки был техника тураһында һөйләү матур перспективалар вәғәҙә итмәй. Аспирантураға инеп фән кандидаты ла булырға уйы юҡ. Ни бары Гөл һәм өмөт.
Дим түҙемһеҙлек менән кис етерен көтөп алды. Ниһайәт, улар Гөл менән осрашып бергә ҡайтырға тейеш. Туҡталышта бит уларҙы эт көтә, ә егет ҡыҙ алдында бер йәндән дә ҡурҡмай. Тик магазинға инеп сосиска алырға кәрәк, эт осраһа – уға, осрамаһа Димгә булыр.
Йәштәр бер-береһен “Башҡортостан” ҡунаҡханаһы алдында тапты. Әгәр осрашыуҙар үткәрергә икән, тик был майҙанда, сөнки был ҡунаҡханала үҙ заманында ниндәй генә юғары вазифалы ҡунаҡтар һәм эмигранттар булмаған, ә ҡаршылағы концерт залында беренсе башҡорттар ҡоролтайы ла, суверенитетты ҡабул итеү ултырышы ла уҙған. Өфөнөң иң етди урыны был, ә ғашиҡтарға мин Ленин урамының Коммунистик урамы менән киҫешкән ерҙә осрашырға кәңәш итер инем. Бында бит “ноленсе километр”. Әгәр тормош юлын бергә үтергә икән, ул тап ошонда башланырға тейеш.
Өфө кистәре айырыуса матур. Ҡояш байыу менән мең төрлө фонарҙар ҡабына, уларҙың нуры тарихи биналарҙы яҡтыртып иң йылы атмосфера тыуҙыра. Ҡараңғы таш йорттарға килешә, һәр хәлдә ҡала үҙәгендә. Картинаны тулыландырып кешеләр йөрөй. Гөл бер-ике размерға ҙурыраҡ кеүек тойолған ҡара пальто кейгән, муйынына шарф ураған, сәсе ялбыр, ә аяғында – ҡыҙыл кеды. Элек бындай өҫ кейеме менән аяҡҡа мотлаҡ итек йә туфли кейгәндәр, ә хәҙер өйҙә нимә табылды, шуны эләктер ҙә, тышҡа сыҡ. Хәйер, бының да үҙ матурлығы бар…
Дим Гөлгә ҡасандыр ятлаған шиғырҙарын уҡый, тик бына бәлә, ул һәр әҫәрҙең йә башын, йә аҙағын ғына иҫләй, шуға ла ваҡыты-ваҡыты менән шымып ҡала һәм улар артабан тынлыҡта атлауын дауам итә. Тик ҡыҙ быны һиҙмәй ҙә, ул бар иғтибарын телефонына йүнәлткән, күрәһең, мөһим нәмә ҡарай.
–Сәләм, һөйөклөм, һине һағынып та өлгөрҙөм,– Гөлдөң оҙон тынлыҡтан һуң беренсе һүҙҙәре яңғыраны. Арыуыҡ юл үтеүҙәренә ҡарамаҫтан, Дим был өндәшеүгә шат ине.
– Сәләм! – тине ул.– Мин дә һине һағынып өлгөрҙөм. Гөл егеткә аптыраулы ҡараш ташлап, телефонының экранын күрһәтте. Унда видеошылтыратыу аша бәйләнешкә ингән элемтәсе йөҙө күренде. – Таныш бул, был – Дим. Ул мине оҙата, иртәнсәк бер эт ҡурҡытты тип һөйләгәйнем бит. Дим шул туҡталыш янында йәшәй. Һин дә таныш бул, был минең егетем – Марат. Беҙ уның менән ай тирәһе осрашабыҙ. “28 көн,” – тигән яуап ишетелде телефондан…