Был кисен Димгә осраған ҡатын айырыуса әкиәттәге әҙәмдәрҙең береһенә оҡшаған ине. Әйтерһең дә, күл параллель донъяға ишек асҡан һәм хәҙер унан теләһә кемдәр иреккә сыға. Фастфуд һатҡан кафела ултырған ҡарсыҡ тураһында һүҙ. Ябай ҡарсыҡ түгел ул, торғаны менән убыр. Урынды ишек төбөнән алғанға һәр инеүсе һәм сығыусы менән иҫәнләшеп ултыра. Ашарға алыусыларҙы ла йылтыр күҙҙәре менән оҙатып уларға ниндәйҙер һүҙ өндәшә. “Эх, йәштәр, ҡалай тәмле нәмә ашайһығыҙ”, “Ҡана, бургер төргән ҡағыҙҙы ялап ҡуяйым”, “Миндә лә май булһа, ошолай тәмле бешерә беләм”. Һуңғы һүҙҙәр Димгә ҡарап әйтелгәйне. Егет унан ерәнеп ҡуйҙы: бахыр, асығып ултыралыр, тик мин барыбер бүлешмәйем. Убыр күпмелер ваҡыт Димгә ҡарап, уның сәйнәгәнен күҙҙәре менән йотоп ултырҙы, аҙаҡ йәштәр бушатҡан өҫтәлдә ятҡан ҡалдыҡтар яғына юлланды. Аппетит боҙолдо, әлбиттә, әммә Димдең ашҡаҙанына үлмәҫлек ризыҡ төштө, сәфәрҙе дауам итергә кәрәк. Лампочка алырға сыҡты бит.
Сауҙа үҙәгендәге “Барыһы ла 50 һумға” тигән ерҙән әйберен алғандан һуң Дим иғтибарын күрше кибеткә йүнәлтте. Бында ҡорал һаталар. Ул йыш ҡына эсенә инеп төрлө бысаҡ, пистолеттар ҡарарға ярата. Кеҫәлә аҡса бар, әлбиттә, әммә уйынсыҡ өсөн меңәрләгән һум ҡалдырыу нисектер дөрөҫ тойолмай. Тик бөгөн икенсе осраҡ. Кисәге ҡысҡырыу тауышын һәм өй тапҡырында табылған малай кейеме тураһындағы уйҙарҙан һуң, Дим үҙенә пистолет алып ҡуйҙы. Был модель мөмкин тиклем ысын ҡоралға оҡшаған һәм көслө тауыш сығара. Яраламаһа, ҡурҡытыр. Исмаһам, быҙауға оҡшаш кәнтәй янынан үтеүе ҡурҡыныс булмаҫ.
Егет яңы алған әйберҙәрен тотоп ҡайтырға ашыҡты. Киске ун бер тулмаҫ борон лампочканы алмаштырып, теге йоланы үтәй һалырға кәрәк. Был бит ябай процедура түгел, ә минең менән барыһы ла яҡшы, хәйерле төн, һин яңғыҙ түгел, тигәнде аңлатҡан өс мөһим һөйләмде еткереү ысулы. Бына ҡаршылағы йорттоң дүртенсе ҡатында ла өс тапҡыр ут һүнеп, өс тапҡыр кире янды. Барыһы ла яҡшы, барыһы ла ғәҙәттәгесә. Ә кисәге малай һыу инергә уйлаған да, сисенгәс берәй эттән ҡурҡып ҡасып киткәндер. Әгәр ҡысҡырыу бөгөн ишетелһә, Дим мотлаҡ сығыр. Хәҙер пистолетлы булғас, ул теләһә кемгә ярҙам итә ала. Албаҫтыны ла үҙе баҫтырыр.
Төн тыныс үтте, киләһе көн дә ғәҙәттәгеләренән айырылманы. Шул уҡ дүрт стена һәм шул уҡ Дим. Дүшәмбе иртәһе генә ҡалғандарына оҡшаманы. Был таңда ла тәҙрәгә Гөл шаҡылдатты, тик элекке кеүек бармаҡтары менән түгел, ә йоҙроғо менән. Егет шунда уҡ “смирно” баҫты. Ҡорғанды асҡанда Гөл ҡысҡыра башлаған ине. Уны теге аҡ эт ҡурҡытҡан. Яман өрә шул. Дим ҡыҙҙы өйөнә индереп сәй эсерҙе, тынысландырҙы һәм улар бергә туҡталышҡа сыҡты. Ҡояш теләр-теләмәҫ кенә офоҡтан күтәрелеп килә. Был мәл ғәҙәттә һыуыҡ була, йәштәргә оҙаҡ өшөп торорға тура килмәне. Кискеһен дә күрешеп бергә ҡайтырға һүҙ ҡуйышҡас, һәр кем үҙ туҡталышында сыҡты. Гөл – уҡыуға, Дим – эшкә.