Мин яратҡан өс хәреф - страница 13

Шрифт
Интервал


Гөл үҙе Өфөнән түгел, Дим кеүек үк баш ҡалаға белем алырға килгән. Ә фатир бер туған апайы менән еҙнәһенеке. Улар йәшәп ҡарарға тип, сит илгә күсенгән, Гөл шуға ла туғанының фатирын ҡараштырып тора.

Күпер сеткалы ҡапҡаға барып терәлде. Был яҡта уба ситен ҡойма менән уратҡандар икән. Ни тиһәң дә яңы төҙөлгән күп фатирлы йорт, бында йәшәүселәрҙең күбеһендә бәләкәй балалар бар, уларҙы һаҡларға кәрәк. Бәхеткә күрә, ҡапҡала йоҙаҡ булманы.

Дим ситтәнерәк тороп Гөлдөң тәҙрәһен эҙләй башланы. Тәҙрә ике подъездың ҡап уртаһында урынлашҡан, әйҙә, хәҙер уйлан инде. Исмаһам, йорттоң был яғына сыҡҡан фатирҙар нисә бүлмәле икәнен дә белмәй. Ә бер ҡатта нисә фатир? Дим башта береһенә инеп разведка яһарға булды. Тик был сәғәттә почтальон, йә курьер булып ҡыланыу сәйер. Шуға ла егет эскәмйәгә ултырып берәйһе сыҡҡанын көтә башланы.

Күп ваҡыт та үтмәне, Дим янына ниндәйҙер егет килеп тексәйә башланы. Марат бит был, Гөлдөкө.

– Димһеңме әле? – тине ул һаулыҡ һорашырға һуҙған ҡулды күрмәмешкә һалышып.

– Эйе, ә һин Маратмы?

– Бында нимә эшләйһең?

– Ә, мин бит бында, яҡында йәшәйем. Гөлдө күптән күргән юҡ, берәй нәмә булдымы икән әллә, тип килгәйнем.

– Шунан?

– Шул, ултырам бына хәбәрҙәр көтөп.

– Һин уның менән һөйләштеңме?

– Юҡ, әйтәм бит, күптән һөйләшкәнебеҙ юҡ. Берәй хәл булдымы икән тип бында килдем, тинем бит.

– Ә шылтыратып ҡараманыңмы?

– Миндә уның номеры юҡ… Гөл ҡайҙа?

– Ҡайҙа булыуында эшең булмаһын. Кит бынан!– Мараттың тауышы күтәрелә башланы. Тик йөҙө ниңәлер борсолоу белдерә.

– Китмәйем. Гөл ҡайҙа? Һеҙ ирештегеҙме әллә?

– Ә һин шуны ғына көтөп йөрөйһөң, тимәк?

Дим яуап бирмәне. Хәйер, был һорауға яуапты белмәй ул.

– Кит бынан, тейем. Юғиһә тондорам. Беҙҙә барыһы ла яҡшы, ал да гөл! – Марат Димде этеп ебәрҙе.

Дим ғәрлегенән ни эшләргә белмәй күпер яғына атланы. Ашығып түгел, яйлап ҡына. Уның да был бәрелештән еңелеүсе булып киткеһе килмәй. Инде ҡоймаға барып еткәс тағы берҙе әйләнеп йорт яғына ҡараны. Ут янмай, Марат тора.

Киләһе юлы Гөл тәҙрәһенә табан ҡарашты ул үҙ өйө алдында ташланы. Ямғыр һибәләй. Дим баштан аяҡҡа тиклем күшеккән, унан бигерәк ерҙәге йырындар буйлап һыу аға. Быларҙың барыһы ла күлде байыта.

Дим сайҡалып ҡуйҙы. Марат менән осрашыуҙан һуң ул тура ҡайтмай, барға һуғылып сыҡты. Һыраның бер генә литры эскә төштө, ә көсө башҡа ныҡ биргән.