Мин яратҡан өс хәреф - страница 15

Шрифт
Интервал


– Улар белмәйҙәрҙер, мин беләм. Гөл юғалған. Участкаға алып бар, фотороботын төҙөрбөҙ.

– Әллә эскәнһең, өр әле, – участка полицияһы егеттең йөҙөн үҙенә бороп күҙенә ҡараны. – Беләһеңме нимә? Хәҙер үк өйөңә инеп йыуынып ал һәм йоҡларға ят! Тағы берҙе иҫереп мине саҡыртһаң – бикләп ҡуям!

– Ә Гөл?

– Ниндәй Гөл тағы!? Хәҙер үк күҙемдән юғалмаһаң үҙең ошо күл буйында юғалырһың! – Ахунйәнов ҡыҙа башланы.

Дим полицияны ышандырырға тип әллә күпме дәлил килтерергә теләне, әммә башына бер һүҙ ҙә килмәгәс, эстән генә һүгенде лә, ярһыуын йәшереп ҡапҡа артында юғалды.

Ахунйәнов бер аҙ ҡойма буйында ятҡан ҙур аҡ эткә ҡарап торғандан һуң трамвай юлдары буйлап атлап китте. Бында машина менән килеп туҡтауы ҡыйын шул. Уны алыҫтараҡ ҡалдырырға тура килде.

***

Дим ҡулына йыуылған кеды һыңарын тотоп солан тәҙрәһе аша тышҡа ҡарап тора. Бында һалҡын булһа ла, түҙерлек. Сөнки ошонда ғына күлгә ҡараған тәҙрә бар. Уның ярында әлеге лә баяғы эт еҫкәнеп йөрөй. Әгәр Гөлдөң аяҡ кейеме нисек унда эләккәнен берәйһе белһә, ул ошо эт кенә. Йәһәтерәк хужаһын асыҡларға кәрәк.

Дим кеда һыңарын ҡалдырып Тамара әбей йортона йүнәлде. Борондан бында йәшәгән ҡатын, моғайын, эт хужаһын беләлер. Әбей ниҙер ишетһен өсөн оҙаҡ һәм көслө генә ишеккә туҡылдатырға тура килде. Ниһайәт, тәҙрә аша кемдеңдер һыны күренде. Дим шул тәҙрә алдына тороп баҫҡас, ул ишек яғына атланы.

– Бәй, Дим, һинме ни? Мин әле кем килгән, тип баш ватам. Әллә берәй жулик йөрөймө икән, тим.

– Тамара инәй, бында уралып йөрөгән ҙур аҡ эттең хужаһы кем ул? – Дим һаулыҡ та һорашып тормайса килеү сәбәбен асыҡларға булды.

– Тороп тор, хәҙер сығам,– Тамара бер аҙ шым торғас өйөнә боролоп инде. Әйләнеп сыҡҡанында ул башына яулыҡ ябынып, өҫтөнә плащ кейгән ине. – Әйҙәле, улым, Сашкаға барып киләйек. Мин уның баҙында сөгөлдөр-кишеремде һаҡлайым. Врач миңә йәшелсә ашарға ҡушты, – тип әбей күршеһен етәкләп алды.

Дим күлгә тағы бер ҡараш ташлап һорауын ҡабатланы.

– Анау йөрөгән аҡ эт кемдеке ул?

Әбей туҡтап ҡалды. Бер аҙ күлгә тексәйеп торғас яуап ҡайтарҙы. – Былмы ни? Ул бит Маһмай. Маһмай уның ҡушаматы. Мин ниндәй эт тигән булам. Хужаһыҙ ул. Уны көткән ғаилә бер-ике йыл элек күсеп китте. Шунан бирле ул тегендә-бында һуғылып йөрөй.

Маһмай һиңә, ул бит сусҡа кеүек, кем дә булһа этте ашатып тора, тип уйланы Дим. Былар Сашаның өй ҡырына етте. Егет тупһаға менә башланы.