Мин яратҡан өс хәреф - страница 14

Шрифт
Интервал


Төҙөлөштә кран эшләй. Юҡ, төнөн унда бер кем дә юҡ, әлбиттә. Застройщик шулай клиенттар иғтибарын йәлеп итә. Тәҙрәһеҙ ун биш ҡатлы бинаны тирә-яҡлап дүрт прожектор яҡтырта, ә төҙөүсе фирмаһы яҙылған кран, уттар менән яҡтыртылып, түңәрәк хәрәкәттәр яһай. Бындай шоу төнгө бергә тиклем генә дауам итә. Тимәк, ваҡыт әле бигүк һуң түгел. Әгәр Дим ошо ваҡытта инеп йоҡларға ятһа, иртән эшен йоҡлап ҡалмаҫ. Тик кран ғына тышта ҡалырға өндәп, үҙ янына саҡырып ҡул болғаған кеше кеүек борғоланып тора.

Дим шуға алданып алға ынтылды һәм шул саҡта тайып аҫҡа тәгәрәне. Ямғыр еүешләгән тауҙан шыуып төшөү ҡарлынан бер ҙә кәм түгел. Кейем генә бысрай шул, тән дә ауырта. Дим күлгә килеп етер саҡта туҡтап ҡалды. Күктә бер йондоҙ ҙа күренмәй, болоттар ҙа юҡ кеүек, бары ҡараңғылыҡ. Егет торорға тип эсенә боролоп ятты. Шул саҡта ҡулы менән ул нимәгәлер тотондо. Баҡа ғына булып ҡуймаһын! Юҡ, был ниндәйҙер баулы сепрәк. Дим тубыҡланып табышын ҡарарға кереште.

Ҡараңғыла бигүк күренмәй, әммә әйберҙең ни икәнлеген асыҡларға телефон яҡтыһы ярҙам итте. Кеды бит был. Ҡыҙыл төҫтә. Дим Ахунйәновҡа шылтыратып хәҙер үк бында килеүен талап итте.

Тәк, бер кеды булғас, икенсеһе лә ҡайҙалыр ошонда булырға тейеш. Юҡ, был сәғәттә артыҡ соҡоноп йөрөү һөҙөмтәһеҙ булыр. Нисек тә булһа шыуғалаҡ буйлап өҫкә үрмәләргә һәм өй янында полицияны көтөп алырға кәрәк.

Бер-нисә секунд эсендә шыуып төшкән тауға кире үрмәләүе байтаҡ ваҡытты алды. Әгәр бейегерәк үлән һәм селек булмаһа, бөтөнләй менеп булмаҫ ине. Өҫкә еткәнсе ҡапҡаға туҡылдатыу тауышы ишетелде.

Дим Ахунйәновты урам эсенә лә индермәй белгәндәрен һөйләй башланы. Төнгө ун берҙә малай ҡысҡырыуын ишетеүе тураһында ла, ун бер икәнен ут һүндереү һөҙөмтәһендә белгәне тураһында ла, Гөлдө юғалтып яңы ғына уның һыңар аяҡ кейемен табыуы тураһында ла… Бер ни ҙә йәшермәне.

– Тимәк, һин ул ҡыҙ менән ут һүндереү аша аралашаһың, ҡайһы саҡта бергә трамвайҙа бараһығыҙ. Әммә һин уның фамилияһын да, туғандарын да, әхирәттәрен дә белмәйһең? – Ахунйәнов асыҡлыҡ индерергә тырышты.

– Эйе, әммә быларҙың барыһы ла мөһим түгел. Ул бит юғалды, уны шул уҡ енәйәтсе алған. Албаҫтымы, кемме, белмәйем. Хәҙер үк кинологтарҙы саҡырығыҙ, уларҙың эттәре кешеләрҙе таба ала, мин беләм!

– Туҡта, башта туғандар кеше юғалыуы тураһында ғариза яҙырға тейеш. Шунан ғына ниҙер эшләргә мөмкин. Әлегә бер кем дә мөрәжәғәт итмәне,– Ахунйәнов Димде ут бағанаһына яҡыныраҡ етәкләп алып өҫ-башын ҡарай башланы.