– Ҡайҙа киттең? Бына бит баҙ! – Әбей баҙ ауыҙына эйелеп асҡыс менән йоҙаҡты аса башланы.
Бындағы люк ҡоҙоҡ, йә бункер ҡапҡасына оҡшаш, баҙ тип уйламаҫһың да.
– Шунда баҫҡыс булырға тейеш, мә! – тип әбей пакет һуҙҙы. – Эрерәк сөгөлдөрҙәр йыйып бирһәң, дүртәү етер ул. Ах, онотҡанмын, фонаригың бармы?
– Телефонымда бар, күрәм ул, – Дим яуабын баҙ төбөнән ҡысҡырҙы. Әммә Тамара быны ишетмәне, ахыры. Үҙ алдына һөйләнә башланы:
– Ошонда ҡайҙалыр свите тоҡанырға тейеш. Баҙында ут бар ул. Ҡайҙа икән?
– Кәрәкмәй! Сөгөлдөр алдым! – тип ҡысҡырҙы Дим.
Баҙ үҙе буйы-арҡырыһына метрҙан саҡ ҡына киңерәк. Әммә бер ниндәй ҙә лампочка бында күренмәй. Ер аҫтында дымлы һәм һыуыҡ. Егет баҫҡысҡа менгәндә пакеты стенаға һуғылды. Ундағы фанера шылып китте, ахыры. Ниндәйҙер ҡыштырлаған тауыш ишетелә башланы. Дим бынан берәй ҡомаҡ килеп сыҡмаһын, тип тиҙерәк тышҡа ашыҡты. Үҙе артынан люкты ябып торғанда ғына уның ҡолағына шыбырлау тауышы ишетелде. Ул тауыш өс кенә хәреф еткерҙе: “Дим”.
– Сыҡтың дамы ни!? Ҡайҙа? Эрерәктәре юҡ инеме? – Тамара бауылдарға кереште.
– Теләһәгеҙ, төшөп башҡаларын алам, – тип яуапланы Дим.
– Юҡ, ярай, әлегә бара ул. Аҙаҡ, Сашка ҡайтҡас, тағы берәй рейс сығартырмын, – тигән һүҙҙәр менән әбей баҙҙы йоҙаҡларға кереште.
***
¬¬¬ —Аша, аша, – Саша Маһмайға сей ит киҫәген һуҙҙы. Ул яңы ғына шабашканан ҡайтты. Бер аҙ һаҡау булғанлыҡтан ир заманында һөнәри белем алырға оялды. Оялды, тип, булдыра алманы. Техникум программаһы ла уға ауыр бирелде. Шуға киләсәккә бер ниндәй ҙә пландар ҡороп тормай, ниндәй эш килеп сыға, шуға тотондо. Тик башҡа шабашкасыларҙан айырмалы рәүештә ул аҡсаны эскегә түгел, ә Маһмайға бөтөрҙө.
Саша икенсе ит киҫәген кеҫәһенә һалып баҙын аса башланы. Сыйылдап асылған люкты артҡа ырғытып ҡулын аҫҡа һуҙып эстә ут тоҡандырҙы. Бына ул Дим ҡыйшайтҡан фанера киҫәген ситкә ташлап эскә үтте. Бында урын иркенерәк. Дөрөҫөрәге, был гастарбайтерҙар йәшәй торған вагончик. Тик ул ер аҫтына күмелгән һәм бөтә яҡлап йомшаҡ матрастар менән йылытылған.
Иҙәндә хәлһеҙ һәм яланаяҡ Гөл ята. Өҫтөндә лә үҙенең кейеме түгел, еңелсә генә йәйге күлдәк. Александр кеҫәһенән ит киҫәген сығарып ҡыҙ янына сүкәйеп ултырҙы.
– Мин һиңә ашарға килтерҙем. Мә, – тип Гөлдөң кипкән ирендәренә сей ит киҫәген төрттө.
Ҡапылдан ҡыҙ һуңғы көстәрен туплап аяғүрә торҙо һәм таштай ҙур әҙәмдең елкәһенә тутыҡҡан сөй менән сәнсте. Яранан сағыу ҡыҙыл ҡан аға башланы.