– Дим, Дим! – тип һөрәнләне ҡыҙ. Саша тиҙ аңына килеп ҡыҙҙың сикәһенә усы менән һуғып ебәрҙе. Быны көтмәгән ҡыҙ “аһ”, тип тә әйтеп өлгөрмәй аңһыҙ иҙәнгә ҡоланы.
Ир ашыға-ашыға тышҡа үрмәләне. Инде кейеме ҡыҙыл ҡанға буялып бөттө. Сашаның бындай ҡиәфәттә килеп сығыуына Маһмай өрә башланы. Ир ыңғырашыуын тыйып баҙ ҡапҡасын йоҙаҡларға кереште.
Эт өрөүенә Дим сыҡты. Ҡанға батҡан күршеһенең баҙ бикләгәнен күреп, тиҙ генә кире өйөнә йәшенде. Гөл шунда! Башҡа бер ҡайҙа ла булыуы мөмкин түгел. Ахунйәновҡа шылтыратырға кәрәк!
– Алло, – телефондың теге яҡ осонда тыныс тауыш ишетелде.
– Алло, был Дим! Мин Гөлдөң дә, теге малайҙың да ҡайҙа юғалғанын таптым! Улар күрше Сашаның баҙында. Әле генә ул шунан ҡанға батып килеп сыҡты, – Дим тулҡынланыуынан бөтә хәрефтәрҙе лә аныҡ әйтә алманы.
– Ашыҡма. Тимәк, һин ҡыҙың күрше баҙында тиһең?
– Эйе!
– Быны нисек дәлилләрһең?
– Көндөҙ мин унда әбейҙең йәшелсәһен алырға төштөм. Унда бер фанера алына ине, әле Саша шунан ҡанға батып килеп сыҡты!
– Шунан? Бәлки күршең яңылыш ҡырҡылғандыр?
– Юҡ, Гөл шунда. Малай ҙа шунда. Һеҙ был енәйәттең осона сығырға теләмәйһегеҙме ни?
– Туҡтале, Дим, малай табылды.
– Нисек инде табылды?
– Буйға, төҫкә оҡшаш малай кәүҙәһен кисә төҙөлөштә тапҡандар. Лифт шахтаһында ҡыҫылып торған булған.
– Ә кем ҡысҡырҙы һуң төнөн?
– Этем белһен, унда төнөн кем генә йөрөмәй. Башҡаса миңә шылтыратма, йәме? Мин ниндәйҙер истеричка өсөн документһыҙ-ниһеҙ кеше баҙына төшөп йөрөй алмайым.
– Ә? – Дим ниҙер әйтергә уйланы, тик башҡа бер ниндәй ҙә фекер килмәй ине.
– Ҡыҙыҡай һинән үҙе ҡасҡандыр әле. Бик сәйерһең, – Ахунйәнов трубканы ташланы.
Аңлашылды. Бында ғәҙеллек эҙләп башҡаларға мөрәжәғәт итеү мәғәнәһеҙ. Хөкөмсө ҡоралын үҙ ҡулыңа алырға кәрәк. Ҡул һелтәр өсөн инде һуң. Күп аҙымдар үтелгән. Ә бәлки, Дим бер ҡайҙа ла бармағандыр? Ул бит бөтөн көстән тырышып та ҡараманы? Бер урында тыпырсыныу был. Юҡ. Хәҙер алға һәм алға, үҙеңә енәйәт ҡылырға кәрәк булһа ла ҡурҡмаҫҡа кәрәк. Полиция бында барыбер килмәй. Хәҙер бер кем яҡлау тәҡдим итеп ишек шаҡымаҫ, үҙеңә бар ишектәрҙе осора тибергә кәрәк.
Дим атылып тышҡа сыҡты. Тик артабан ни эшләргә белмәй ине. Сашаға инеп уға пистолет тоҫҡарғамы? Ә еңергә көс етерме? Әллә лом тотоп баҙ ҡапҡасын шаҡарып ҡарарғамы? Ни эшләргә?
Ҡапыл йорт алдынан Маһмай йүгереп үтте лә туҡтап ҡалды. Ауыҙына ниҙер ҡапҡан. Эт һуҙылып ятып табышын кимерергә тотондо. Был бит, ҡыҙыл кеды! Дим кире өйөнә инеп үҙе тапҡан һыңарын эҙләргә тотондо, әллә был берәҙәк шуны һөйрәп йөрөтәме? Юҡ, Дим тапҡаны өйҙә. Шул саҡ егет ишеген асыу менән боевиктарҙағы кеүек эткә тоҫҡап ата башланы. Тик пистолеттың зыяны күберәк пулянан түгел, тауышынан килә ине.