Мин яратҡан өс хәреф - страница 6

Шрифт
Интервал


– Тамара инәй, нимә эшләйһегеҙ ул?

– Айналайым! Айналайым! – төтәгән арыш ботағын солан ярығына ҡыҫтырып ҡуйҙы. – Төнгә ҡарай ҡайҙа сығып бараһың?

– Лампочка алырға ине, шуға магазинға сыҡтым.

– Оҙаҡ йөрөмә, был һаҫыҡ күлгә албаҫты эйәләгән. Үҙем күрҙем, шунда сәсен тарап ултыра ине. Теге малайҙы ла шул күкрәге менән баҫып үлтергән. Һиңә ҡыҙ ҡиәфәтенә инеп яҡынлаһа, өйөңә индерә күрмә! Яңғыҙҙарҙы ярата ул. “Ҡайҙан килдең, шунда кит!” – тип ҡысҡыр. Мине һораһа өйҙә юҡмын, уны күрмәнем, тиң. Барыбер ишек асмайым. Кисә башта миңә килеп киткәйне. Әбей көсһөҙ, тип уйлағандыр.

Ҡарсыҡ үҙ алдына һөйләнә-һөйләнә өйөнә табан атланы. Дим көлмәҫкә тырышып, Тамара менән ризалашты, әммә ул арты менән боролғас та артышты һүндерергә тотондо. Еҫе тәмле, әлбиттә, әммә уты таҡта соланға күсеп ҡуймаһын. Бындай күрше менән йәнәш торғанда дүрт күҙ менән тирә-йүнде ҡарарға кәрәк, йолаларын үтәйем тип янғын сығарып ҡуймаһын. Албаҫты, имеш. Цивилизация етеү менән барлыҡ мифик заттар күптән ҡаланан тайған инде. Ололар быны шайтандарҙың техник прогрестан ҡурҡыуы менән аңлата. Дим фекеренсә,боронғо ышаныуҙарҙы фән һәм логика юҡ иткән. Әммә ҡайһы саҡ ҡала урамдарында ниндәй генә персонаждар осрап ҡуймай.

Бынау урамда йәшәгән кәнтәйҙе генә алайыҡ. Дим ҡапҡа артына сығыу менән уны күреп ҡалды. Быҙау ҙурлығындай аҡ этте нисек күрмәҫһең? Быуаҙ сағында ул бөтөнләй йыуанайып китә. Бәлки, ул да берәй ен-пәрей малылыр? Дим бында бер йыл йәшәй, ә кәнтәй хужаһын һаман асыҡлай алмай, ул йә бер өй алдында, йә икенсе өй алдындағы ағас төбөндә ята. Эт һирәк өрә, әммә өрә башлаһа янына килеүе лә, урамда йөрөүе лә ҡурҡыныс була. Уның башында ниҙәр булғанын белеп булмай бит. Бөгөн, ярай, шым ята. Дим ҡулдарын кеҫәһенә тығып сауҙа үҙәге яғына атланы.

Көҙҙөң сағыу мәле. Ағастарҙың япраҡтары тулыһынса һарғайған, әммә ергә ҡойолмай, ҡупшы ғына булып тора бирәләр. Ботаҡтар араһында йәшенгән прожекторҙар ҙа шундай уҡ һарғылт нур һибә. Японияға кешеләр сакура сәскә атҡан мәлгә барып хайран ҡалһа, Си Цзиньпин урамына көҙөн килеүселәр шулай уҡ ғәжәпләнеүен тыя алмаҫ.

Димдең башында күрше әбейҙең хәбәре уралды. Бит донъяға уның күҙлегенән ҡараһаң, Өфө урамдарында, ысынлап та, мифик заттарҙы осратырға мөмкин. Киске ваҡытта парк буйлап йүгерергә сыҡҡан ҙур мускуллы ир торғаны менән алпамыша, ә күптән түгел янғын һөҙөмтәһендә буш ҡалған ярым емерек йорт янында торған аҡ плащлы ҡарт – өй эйәһе.